/ Новости/ “Беҙҙә ҡунаҡта – “Йәшлек”

“Беҙҙә ҡунаҡта – “Йәшлек”

9 август, район үҙәк китапханаһында, “Йәшлек” гәзитенең “Изге һөнәрле ижадсы” проекты сиктәрендә әҙәби осрашыу үтте.
«Йәшлек» гәзитенең 100 йыллыҡ юбилейына һәм Рәсәйҙә иғлан ителгән Уҡытыусы һәм остаз йылы уңайынан ойошторолған сарала ҡунаҡтар: яҡташыбыҙ, билдәле шағирә, “Йәшлек” гәзитенең әҙәбиәт һәм мәҙәниәт бүлеге мөдире Гөлнур Ҡыуатова, уҡытыусы, шағирә, Күмертау ҡала мәғариф бүлегендә туған телдәр уҡытыу буйынса методист, Күмертау ҡалаһы һәм Көйөргәҙе районы яҙыусылар берекмәһе етәксеһе Рима Арыҫланова, журналист, яҙыусы, Мостай Кәрим исемендәге милли йәштәр театрының әҙәби – драматургия бүлеге етәксеһе Ырыҫҡужина Рәзилә һәм районыбыҙҙың уҡытыусы, һәүәҫкәр яҙыусылары , китапхана хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты.
Проекттың авторы Гөлнур Нурвил ҡыҙы “Изге күңелле ижадсы” проектының маҡсаттары, әҙәбиәткә битараф булмаған, күңелендә ижад осҡоно йөрөткән уҡытыусыларҙың, тәрбиәселәрҙең ижадын популярлаштырыу, киң ҡатлам уҡыусыларына еткереү, осрашыуҙар ойоштороу тураһында һөйләп үтте.
Үҙ сиратында районыбыҙҙың һәүәҫкәр әҙиптәре сығыштарында үҙҙәренең эшмәкәрлеге, ижады менән яҡындан таныштырып үттеләр, шиғырҙарын, хикәйәләрен, нәҫерҙәрен уҡынылар.
Әҙәби кисәне хаҡлы ялдағы уҡытыусы, шиғырҙар яҙыусы, таҡмаҡтар оҫтаһы, хәҙерге көндә Бикбирҙе ауыл клубы мөдире булып эшләгән Аҙнағолова Әнзинә башҡарыуында Гөлнур Ҡыуатованың шиғырына яҙылған йыр биҙәне.
Кисә аҙағында проект авторы әүҙем яҙыусы педагогтарға редакция исеменән Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Шулай уҡ китапхана алдындағы Юныс Бикбов бюсты эргәһендә фотоға төшөү ойошторолды, уның тураһында мәғлүмәт бирелде: ул автономия өсөн Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенең әүҙем ағзаһы, күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәрҙәренең береһе була.
Сараны йомғаҡлап, ҡунаҡтар, әҙәби сарала ҡатнашыусылар өсөн Иҫәнғол тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейына экскурсия ойошторолдо.
Был ижади проект ҡәләм менән дуҫ булған, күңелендә ижадҡа һөйөү йөрөткән яҙыусы уҡытыусыларҙың ,тәрбиәселәрҙең күп яҡлы талант эйәһе икәнен дәлилләй, әҙәбиәткә һалған хеҙмәттәрен күрһәтә, изге һөнәр кешеләренең абруйын арттыра.

МАУК “ЗМЦБ”

 

Поделиться:

Полезные ссылки