/ Новости/ Атай наказын үтәп

Атай наказын үтәп

Николай Васильевич Бедренко 1923 йылда Ҡаҙанболаҡ ауылында тыуған. Ауылында башланғыс мәктәпте тамамлағандан һуң, колхозда эшләй.

Дошман менән һуғыш ҡыҙған мәл. Мәскәү өсөн барған һуғышта Николайҙың атаһы ла ҡатнаша һәм ҡанлы бәрелештәрҙең береһендә ул батырҙарса һәләк була. Атаһына алмашҡа үҙ теләге менән фронтҡа уның улы  Николай Бедренко китә. Ул Воронеж, Төнъяҡ-көнбайыш  һәм 2-се Украина фронтарында һуғыша. Днепрҙы аша сыға,  Молдавияны, Румынияны дошмандан азат итә, Венгрия өсөн барған ҡанлы алыштарҙың уртаһында була. Ике тапҡыр ауыр тән йәрәхәте ала.

Немец-фашист баҫҡынсыларына ҡаршы һуғышта командованиеның хәрби заданиеһын өлгөлө үтәгәне һәм был ваҡытта ҡаһарманлыҡ өлгөһө күрһтәкәне өсөн СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 23 апрелендәге Указы менән сержант Николай Васильевич Бедренкоға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.

Николай Бедренко Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуң Мәскәүҙә Ҡыҙыл майҙанда Еңеү парадында ҡатнаша. Һуғыштан һуң ул Ҡаҙағстанда йәшәй һәм шофер булып эшләй.

…Фашистик Германия ғәсҡәрҙәре Мәскәү өсөн барған һуғышта тәүге көслө ҡаршылыҡҡа осраны: тар-мар ителгән дошман совет башҡалаһынан бер нисә йөҙ саҡырымға сигенде. Был Ҡыҙыл Армияның беренсе ҙур еңеүе ине.

–Бындай хәбәрҙе беҙ түҙемһеҙләнеп көттөк. – тинеләр ул ваҡыттағы Казанка ҡарттары. – Фашист хәшәрәттәрен башҡала янынан ҡыуҙығыҙ инде. Ваҡыт килер, улар бөтә совет еренән дә һөрөлөрҙәр!

Бөтә ауылдаштары менән бергә Николай ҙа еңеүгә шатланды. Бының өсөн егеткә сәбәптәр ҙә бар ине: уның атаһы – совет армияһы офицеры Василий Бедренко Мәскәүҙе һаҡлаусы бер хәрби часта хеҙмәт итә ине. 1941 йылдың  декабрендә ебәргән үҙенең бер хатында ул: “Бик ҡыҫҡа яҙғаным өсөн ғәфү итегеҙ. Ҙур “һабантуйға” әҙерләнәбеҙ. Әгәр минән оҙаҡ хәбәр булмай торһа, ҡайғырмағыҙ. Һуңынан бөтәһен дә ентекләп яҙырмын.

Ләкин һуғыш һуғыш инде, төрлө хәл булыуы ихтимал. Әгәр минең менән берәй хәл булһа, һин, Николай, атайыңды алыштырырға әҙер бул. Һалдат улы үҙең һалдат бул һәм дошмандан аяуһыҙ үс ал… Ләкин мин бөтәһенең дә яҡшы булыуына ышанам…”.

1942 йылдың мартында Николай һуғышҡа китә һәм бөйөк Волгала фашистар менән тәүге алышҡа инә. Харьковты азат итәләр, Днепрҙы яу менән йөҙөп сығалар, илбаҫарҙарҙы Молдавияла, Румынияла тар-мар итәләр, Карпат тауҙарынан да дошманды ҡыуалар. 1944 йылдың октябрь башында фронт юлдары уларҙы Венгрияға килтерә.

Дошман Тисса йылғаһы аръяғында алдан әҙерләнгән нығытмаларына сигенде һәм ул ошо урындан совет ғәсҡәрҙәренең еңеүле алға барыуын туҡтатырға маташты. Күп юғалтыуҙарға дусар булмаҫ өсөн  совет етәкселеге йылғаны ентекле әҙерлек булғандан һуң ғына йөҙөп сығырға ҡара итә.

Шунда полктың разведка начальнигы бер төркөм һалдаттарҙы үҙе янына саҡыртып ала. Улар араһында сержант Н. Бедренко ла була.

–Һеҙгә яуаплы эш тапшырыла: таң атҡанға тиклем дошмандың позицияларын асыҡларға һәм унда урынлашҡан көстәрҙе билдәләргә кәрәк, – тип ул яугирҙарҙы йылға аша йөҙөп сығыу урыны менән таныштырҙы, кәрәк булған осраҡта, уларға ярҙам итәсәк көстәр  тураһында ла хәбәр итте.

Билдәләнгән ваҡытҡа төркөм заданиены үтәргә тотондо. Һалдаттар алдан әҙерләнгән кәмәләрҙе тиҙ генә һыуға төшөрҙөләр ҙә, дошман урынлашҡан ярға табан йөҙөп киттеләр.

Башта бөтәһе лә яҡшы барҙы. Ҡараңғы төн ине. Ишкәктәрҙе улар  тауыш сығармайынса ғына иштеләр һәм разведчиктарға быны немецтар һиҙмәгән кеүек тойолдо. Ләкин йылғаның урталығына етеү менән  дошман пулеметтарҙан, автоматтарҙан уларға табан көслө ут асты. Әле бында, әле тегендә ыңғырашҡан тауыштар ишетелде. Николай Бедренко һәм өлкән сержант Лытин кәмәлә бер үҙҙәре генә ҡалды, ҡалғандар һәләк булды. Беҙҙең артиллерияның дошман позицияларына ут яуҙырыуы ғына хәлде ҡотҡарҙы – улар дошмандың йылғаға яҡын ут нөктәләрен  бик тиҙ баҫтырҙы. Шул арҡала ғына иҫән-һау ҡалған разведчиктар  дошман яғындағы нығытмалара барып етә алды.

Өлкән сержант Лытин һәм Бедренко хәрби заданиены үтәргә тотондо. Дошман ярында үткәрелгән 30 – 40 минут ваҡыт эсендә улар дошмандың көсө, ут нөктәләре тураһында аныҡ мәғлүмәт ала алды. Кире ҡайтыр юлға сығырға ла ваҡыт ине, ләкин Н. Бедренко ҡабаланманы.

– Күрәһеңме, нисек бер туҡтауһыҙ аталар, – тине ул өлкән сержант Лытинға, немец пулеметы урынлашҡан яҡҡа күрһәтеп.– Уларҙы юҡ итергә кәрәк.

Гранаталарын әҙерләп разведчиктар шул яҡҡа табан шыуыштылар. Бер нисә минуттан бер үк ваҡытта тиерлек шартлау яңғыраны һәм дошмандың ут нөктәләре тынып ҡалды…

Бедренко менән Лытин кәмәләре янына бер үк ваҡытта тип әйтерлек  килеп еттеләр. Ишкәктәре менән йылдам ишеп, улар дошман ярынан алыҫлаштылар һәм үҙҙәренекеләр яғына ҡурғаш  пуляһы аҫтында имен-аман сығып өлгөрҙөләр.

Разведчиктар начальниктарына карта менән бергә үлтерелгән фашист пулеметсыларынан алынған документтарҙы ла тапшырҙылар.

–Нисек ҡулға төшөрә алдығыҙ?

–Беҙ унда задание араһында бер ыңғай  ике ут нөктәһен, фашистарҙы  юҡ иттек, – тип бер тауыштан яуапланылар ҡыйыу  разведчиктар.

Ҡушылған заданиены теүәл үтәгәндәре өсөн гвардия сержанты Н. Бедренко менән өлкән сержант Лытинға СССР Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы Советтар Союзы Геройы исеме бирелә. Тик шатлыҡлы был хәбәрҙе  улар азат ителгән Прагала,  Гитлер Германияһы ғәсҡәрҙәре тар-мар ителгән кенө генә  ишетәләр

Миҙхәт Аҫылбаев әҙерләне. Фото музей архивынан алынды.

 

Поделиться:

Полезные ссылки