Ноғоманов Вәлитдин Абзалетдин улы 1916 йылдың 10 авгусында Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында донъяға килгән
#Зианчуринскийрайон #Зианчуринскийисторикокраеведческий #музейЗианчуринский #ЕйәнсураТарихһәмТыуғанЯҡтыӨйрәнеүМузейы #СолдатыПобеды
Ноғоманов Вәлитдин Абзалетдин улы 1916 йылдың 10 авгусында Ейәнсура районы Башҡорт Үргене ауылында донъяға килгән.
1938 йылда Совет Армияһына хеҙмәткә алына. Армиянан тура һуғышҡа инеп китә. Ул Восточный фронтта Гитлерға ҡаршы һуғыша. Фашистарҙы еңгәс, уны япондарға ҡаршы һуғышҡа ебәрәләр. Аяуһыҙ яуған дошман пуляларынан ышыҡланып, унлаған яугир күл өҫтөндә ҡамыштар араһында оҙаҡ торалар. Шунда үпкәһенә һыуыҡ тейҙереп госпиталға эләгә.
1945 йылдың көҙөнә генә тыуған иленә ҡайтырға насип була. Ғилминур исемле ҡыҙға өйләнә. Улдары Изгин 1949 йылда тыуа. Уға 9 ай ғына булғанда ҡаты ауырыуҙан ҡатыны үлеп ҡала. Шунан һуғыш ветераны ҡурайсы Имелбаев Ғайнулланың ҡыҙы Ынйыбикәгә өйләнә. Бергәләп алты бала үҫтерәләр.
оҙаҡ йылдар колхоздың ырҙын табағында мөдир булып эшләй. Ферма мөдире, һарыҡтар ҡарау эштәре лә унан ситтә ҡалмай. Үргендең төҙөлөш командаһы төҙөлгәс уны етәксе итеп ҡуялар. Шул эштән ул пенсияға китә. Ул бик аҡыллы, ғәҙел, талапсан, тыныс кеше була. Ауылдаштарына ярҙам итә, кәңәш бирә. Ғаиләһенә бик ихтирамлы, иғтибарлы була.
1985 йылдың 9 ғинуарында 69 йәш тулырға ете ай ҡалғанда вафат була”.
Бөйөк Ватан һуғышында тыуған иле өсөн фашистарға ҡаршы һуғышҡан өсөн ‘Батырлыҡ өсөн”, “1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн” миҙалдары менән бүләкләнә.
Поделиться: