/ Новости/ 22 октябрҙә районыбыҙҙың Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Иҫәнғол балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәрҙең шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте

22 октябрҙә районыбыҙҙың Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Иҫәнғол балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәрҙең шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте

#Зианчуринскийрайон#Зианчуринскийисторико-краеведческий#музейЗианчуринский #башҡорттелемдеяратам#

22 октябрҙә районыбыҙҙың Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Иҫәнғол балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәрҙең шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе үтте. Балаларҙың оҫталыҡтарын ошо балалар баҡсаһының тәрбиәселәре Ғ. Сырлыбаева, Г. Ҡыуандыҡова, Г. Назарова, А. Шәйәхмәтова, М. Ишмөхәмәтова, Л. Хөсәйеновалар 5 балл системаһында баһаланылар. Иң күп мәрәй йыйған Ғәзиз Ҡанбулатов (“Аленушка” б/б), Айгиз Тоҡомбәтов (“Ҡояшҡай” б/б), Аҙнабаева Әлфинә (“Ләйсән” б/б), Риана Күсәрбаева (“Тирмәкәй” б/б) бәйгенең еңеүселәре тип табылды, ә Нурзилә Бикбаева (“Ҡояшҡай” б/б), Илсейә Йәркәева (“Аленушка” б/б), Реналь Степанов (“Ләйсән” б/б), Илһам Ғәйнуллин (“Тирмәкәй” б/б), Ралина Бүребаева бәйгенең призерҙары булдылар. Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Поделиться:

Полезные ссылки