/ Новости/ 1 октябрь – Оло йәштәгеләр көнөндә райондың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында 50 һәм 60 йыл бергә йәшәгән Рәмил һәм Рәйсә Усмановтар менән Рәшит һәм Гөлниса Иҙрисовтарға арналған тантаналы сара үтте

1 октябрь – Оло йәштәгеләр көнөндә райондың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында 50 һәм 60 йыл бергә йәшәгән Рәмил һәм Рәйсә Усмановтар менән Рәшит һәм Гөлниса Иҙрисовтарға арналған тантаналы сара үтте

#Зианчуринскийрайон#Зианчуринскийисторико-краеведческий#музейЗианчуринский #90летЗианчуринскому району#90артефактов
1 октябрь – Оло йәштәгеләр көнөндә райондың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында 50 һәм 60 йыл бергә йәшәгән Рәмил һәм Рәйсә Усмановтар менән Рәшит һәм Гөлниса Иҙрисовтарға арналған тантаналы сара үтте. Был сара районыбыҙ төҙөлөүенең 90 йыллығына әҙерлек сиктәрендә Иҫәнғол ауылының хеҙмәт ветерандарына оло ихтирам йөҙөнән ойошторолдо.
Сара башында юбилярҙы Иҫәнғол ауыл биләмәһе ветерандары ойошмаһы рәйесе М. Байбулатова менән музей директоры М. Аҫылбаев ҡотлап, уларға бәхетле ҡартлыҡ теләнеләр. Тантаналы сара уңайынан райондың тыуған яҡты өйрәнеү йәмғиәте рәйесе Миҙхәт Хаммат улы Рәшит Ғәлиулла улына “Райондың маҡтаулы тыуған яғын өйрәнеүсе” таныҡлығы менән таҫма таҡты. Был исем Р. Иҙрисовҡа “Йөрәк хәтере ” һәм “Тамырҙарым һиндә, Ҡарабәрҙе” тип исемләнгән китаптары, оҙаҡ йылдар дауамында бөткән Ҡарабәрҙе ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар!”, Шәжәрә байрамдарын үткәреп яҡташтарына ҡәҙер-хәрмәт күрһәткәне өсөн бирелде. Артабан музейҙың экскурсиялар үткәреү буйынса әйҙәүсе белгесе И. Аслаева юбиляр парҙарға арнап “Бәхетле никах серҙәре” тематикаһы буйынса викторина үткәрҙе. Һәр парға ошо йүнәлештә һорауҙар бирелде һәм уларҙың барыһы ла “имтихан” һынауҙарын тик “5”-ле билдәләренә үттеләр.
Сара аҙағында Ирина Фәнил ҡыҙы юбилярҙарҙы музей экспонаттары менән таныштырҙы, улар хөрмәтенә сәй табыны ҡорҙо. “Түңәрәк өҫтәл” янында хеҙмәт ветерандары үҙҙәре эшләгән дәүергә, йәшлек йылдарына “сәйәхәт” ҡылды, тормош тәжрибәләре менән уртаҡлаштылар. Күңелле сара иҫтәлеккә коллектив фотоға төшөү менән тамамланды.

Поделиться:

Полезные ссылки