/ Новости/ Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

Еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

30 сентябрь райондың тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Иҫәнғол уҡыу йорттарының иң көслө шахматист-ҡыҙҙары араһында районыбыҙ төҙөлөүенең 90 йыллығына бағышланған һәм  Советтар Союзы Геройы Ҡ.Ҡ. Хәйбуллин исеменә булдырылған күсмә кубокка шахмат турниры үтте.

Уйынсыларҙың ялы ваҡытында музейҙың экскурсиялар үткәреү буйынса белгесе И. Аслаева уларҙы экспонаттар менән таныштырҙы, Геройҙың биографияһы, уның ҡаһарманлығы тураһында һөйләне.

Турнирҙа ҡатнашыусылар бер-береһе менән икешәр тапҡыр уйнанылар. Иң күп мәрәй йыйып башҡорт гимназияһының 9-сы класс уҡыусыһы Эльза Ҡыуандыҡова “Иҫәнғолдоң чемпионы” титулына эйә булды.  Ә 2-се мәктәптең 8-се класс уҡыусыһы Регина Саҙыҡова – 2-се, Айһылыу Ураҙаева 3-сө призлы урындарҙы яуланылар.

Чемпионға Ейәнсура районы шахмат федерацияһының ошо исемде раҫлаған таныҡлығы һәм таҫма, күсмә кубок  тапшырылды.

Миҙхәт Аҫылбаев, ярыштың баш судьяһы.

Поделиться:

Полезные ссылки