/ Новости/ Иҫәнғол чемпионы

Иҫәнғол чемпионы

#Зианчуринскийрайон#Зианчуринскийисторико-краеведческий#музейЗианчуринский #90летЗианчуринскому району#90артефактов

Иҫәнғол чемпионы
25 сентябрҙә райондың Тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында Ейәнсура районының 90 йыллыҡ юбилейы сиктәрендә Советтар Союзы Геройы Ҡ. Хәйбуллин исемендәге кубокка Иҫәнғолдоң уҡыу йорттары араһында шахмат ярышы үтте. Уны райондың спорт комитеты һәм шахмат федерацияһы советы менән берлектә музей хакимиәте ойошторҙо. Судьялыҡты Ш. Хәсәнов алып барҙы. Уйындар алдынан Х. Фәхретдинов уҡыусы шахматистар алдында шахмат уйынының серҙәре, үҙенең уйын тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Экскурсиялар буйынса белгес И. Аслаева уйынсыларҙы Геройҙың биографияһы менән таныштырҙы.
Ярышта ҡатнашҡан йәш уйынсылар түңәрәк әйләнәһе буйынса райондың шахмат уйыны ветерандары Х. Фәхретдинов, Ш. Хәсәнов һәм М. Аҫылбаевҡа ҡаршы, шулай уҡ үҙ-ара ла уйнап көстәрен һынаны. Иң күп мәрәй йыйған Иҫәнғол 2-се мәктәбенең 9-сы класс уҡыусыһы Даян Ҡәҙербаҡов чемпион титулына эйә булды. Призлы урындарға Айгизәр Ямғуров (3-сө мәктәп) менән Салауат Ураҙаев (башҡорт гимназия-интернаты) лайыҡ булды.
Еңеүселәргә муниципаль район хакимиәтенең спорт һәм физик культура бүлегенең Маҡтау грамоталары һәм медальондары, ә чемпионға район шахмат федерацияһының Күсмә кубогы, “Шахмат буйынса Иҫәнғол чемпионы-2020” тигән таҫма менән чемпион исемен раҫланған таныҡлыҡ тапшырылды. Шулай уҡ шахмат уйыны ветераны Хөрмәт Хоснолхаҡ улы еңеүсегә һәм призерҙарға үҙенең аҡсалата премияһын бирҙе.
Ял ваҡыттарында уйынсыларға музей экспонаттары менән танышыу мөмкинлеге бирелде, сәй ойошторолдо.
М. Аҫылбаев, ярыштың баш судьяһы.

Поделиться:

Полезные ссылки