/ Новости/ Музейҙа ҡунаҡта – урман хужалығы ветерандары

Музейҙа ҡунаҡта – урман хужалығы ветерандары

Урман хужалығы эшсәндәренең һөнәри байрамдары алдынан  районыбыҙҙың Тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында ошо тармаҡта  оҙаҡ йылдар  намыҫлы хеҙмәт иткән ветерандар менән осрашыу булып  үтте. Улар – Байыш лесничествоһына 1996 – 2008 йылдарҙа уңышлы етәкселек иткән  элекке етәксеһе Ғ. С. Шәһивәлиев, Ҡарағай-Туғай лесничествоһын һәр ваҡыт алдынғылар иҫәбендә тотҡан уның  элекке етәксеһе С. М. Аҙнағолов, Ейәнсура урман хужалығы бүлексәһен республика кимәлендә 26 йыл дауамында тотороҡло эшләүен тәьмин иткән уның абруйлы етәксеһе  А.Н. Михайлов һәм әлеге ваҡытта ошо вазифала эшләп йөрөгән Ш.Ә. Татлыбаев, Иҫәнғол ауыл биләмәһе ветерандар ойошмаһы рәйесе М.Н. Байбулатова ҡатнашты. Тантаналы кисәне музей директоры М. Аҫылбаев алып барҙы.

Сара башланыр алдынан ветерандарҙы һөнәри байрамдары менән М. Аҫылбаев, М. Байбулатова һәм Ш. Татлыбаев ҡотлап үтте.

–Хөрмәтле ветерандар! Һеҙҙең барығыҙ ҙа ваҡытында үҙегеҙ эшләгән, етәкселек иткән  урман хужалығының  уңышлы эшләүен тәьмин итеп районыбыҙҙың иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергән. Шуның өсөн дә һеҙҙең барығыҙ ҙа төрлө кимәлдәге етәкселектең маҡтау һүҙҙәренә, наградаларына лайыҡ булған. Беҙ һеҙгә ныҡлы һаулыҡ һәм бәхетле ҡартлыҡ теләйбеҙ, – тип сығышын башланы Шәһит Әхәт улы. Ул артабан үҙе етәкләгән ойошманың хәҙерге ваҡыттағы хәл торошо, ундағы яңылыҡтар һәм үҙгәрештәр тураһында һөйләне. Артабан музейҙың экскурсиялар ойоштороу белгесе И. Аслаева ҡунаҡтарҙы музей залдары буйынса йөрөтөп ундағы экспонаттар менән таныштырҙы. Ветерандар бигерәк тә Үрге Бикбирҙе ауылы аҡһаҡалы Ҡасим ағайҙың музейға  бүләк иткән сая бөркөт һынын, Яңы Себенле ауылынан11 синыф уҡыусыһы Азат Кәлимуллиндың Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллыҡ юбилейы  уңайынан музейға бүләк иткән ҡалайҙан эшләгән хәрби техникалар макетын ҙур ҡыҙыҡһыныу менән ҡаранылар.

Һүрәм ауыл биләмәһе халҡы Солтангәрәй ағай Аҙнағоловты башҡорт халыҡ йырҙарын оҫта башҡарыусы булараҡ яҡшы белә, сөнки ул оҙаҡ йылдар дауамында Күгәрсен ауыл мәҙәниәт йортоноң үҙешмәкәр сәнғәт түңәрәге эшмәкәрлегендә  актив ҡатнашып йөрөгән һәүәҫкәр йырсыларҙың береһе. Әле лә беҙ Солтангәрәй ағайҙың йыр сәнғәтенә булған ошо һөйөүен ихтирам итеп, унан музей фонды өсөн үҙе яратып башҡарған бер-нисә йырын видеотаҫмаға яҙҙырыуын үтендек һәм ул быға ризалығын бирҙе. Сара барышында беҙ уның  яҙҙырған “Сәлимәкәй”, “Һаман яратам”, “Кисерегеҙ”  йырҙарын  ветерандарға тыңлаттыҡ һәм ул барыһының да күңеленә хуш килде.

Бер-береһе менән  күптән күрешмәгән ветерандар осрашыу барышында “Түңәрәк өҫтәл” артында үҙҙәре эшләгән коллектив, уның яулаған ҡаҙаныштары, хөрмәтле хеҙмәтҡәрҙәре тураһында һөйләнеләр. Уларҙың был хәтирәләре видеотаҫмаға төшөрөлдө һәм  музей сайтына ҡуйылды.

Урман хужалығы ветерандарына бағышланған  тантаналы сара улар хөрмәтенә ойошторолған сәй табыны янында дауам итте һәм уларҙың барыһына ла музей хеҙмәтҡәрҙәре иҫтәлекле бүләк тапшырҙы.  Ә беҙ, үҙ сиратыбыҙҙа, ошо табынды финанслаған Шәһит Әхәт улына оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Эйе, беҙҙең ветерандарыбыҙ уға лайыҡ!

 

Поделиться:

Полезные ссылки