/ Новости/ Турнир юғары кимәлдә үтте

Турнир юғары кимәлдә үтте

29 августа райондың Тарихты һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында фани донъянан баҡыйлыҡҡа күскән шахматсыларыбыҙ иҫтәлегенә арналған  турнир үтте. Унда районыбыҙҙың иң көслө 9 һәм Күгәрсен, Ырымбур өлкәһенең Төйлөгән райондрынан берәр уйынсы ҡатнашты. Судьялыҡты Сирғол ауылынан  Шәкир Хәсәнов алып барҙы.

Ейәнсура районында әүәлдән шахмат уйыны менән мауыҡҡан уйынсылар  һәр ауылда  булған. Шуның өсөн, әлеге турнирҙа ҡатнашыусыларҙың фекеренсә, бөгөн ошондай турнирҙарҙы ауылдарҙа ойошторорға кәрәк – ул, бәлки, үҫеп килеүсе йәш быуында был боронғо аҡыл уйынына ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыр. Шахмат уйынының баланың логик фекерләүен үҫтереүгә, тормошта ҡатмарлы ситуацияларҙа дөрөҫ ҡарарҙар ҡабул итергә булышлыҡ итеүе, уның характерын тәрбиәләүе  тураһында  район гәзите биттәрендә лә, үҙәк баҫмаларҙа ла  аҙ яҙылмай, быға тик йәмәғәтселектә иғтибар итеүселәр генә  бик аҙ. Шуның һөҙөмтәһе булып хәҙер ауылдарҙа шахмат менән мауыҡҡан балалар юҡ  кимәлендә, тип әйтергә  була.

Турнир  алдынан шахматсылар бер минут тынлыҡ менән вафат булған шахматсыларҙы иҫкә алып үттеләр. Улар рәтенә беҙ Өмбәттән Сәйетов Рәйесте, Әбүләйестән Марс Бикбаевты, Үтәғолдан Әхмәр Дәүләтбаҡов менән Рауил Фәхретдиновты, Абзандан Миҙхәт Байназаровты, Иҫәнғолдан  Миңнебай Баҙарғоловты, Фәтих Ишмөхәмәтовты,  Мирсал Исмәғиловты, Николай Трухановты һәм башҡа исемдәре телгә алынмаған шахматсыларыбыҙҙы  индерәбеҙ.

Шахмат турниры әйләнеш системаһы буйынса үтте. Уйын уйын инде, унда еңеү ләззәтен татығандар ҙа, еңелеүҙе ауыр ҡабул итеүселәр ҙә булды, шулай булыуына ҡарамаҫтан һәр кем уйындан йәм, илһам, фәһем алды.

Уйындың иң оло шахматсыһы Хөрмәт Фәхретдиновты айырыуса билдәләп үтке килә: 90 йәшкә етеп барыуына ҡарамаҫтан, уйында ҡайһы бер көслө шахматсыларға үрнәк булырлыҡ  комбинациялар күрһәтте, абайһыҙҙыраҡ  ултырғандарға   мат та сәбәп  ҡуйғыланы. Уға афарин, тип әйтәбеҙ! Әйткәндәй, нәҡ Хөрмәт Хоснолхаҡ улы районыбыҙҙа уҙған быуаттың 80 – 90 сы йылдарында һәм ошо быуаттың  тәүге ун тиҫтәһендә бөтә шахмат ярыштарын ойоштороусыларҙың берҙән-бер, тип әйтерлек  инициаторы булды. Хәҙер унан эстафета Сирғол ауылы шахматсыһы Шәкир Хәсәновҡа күсте –ул да артабанғы йылдарҙа ветеран шахматсыларыбыҙ  Хөрмәт  Фәхретдинов менән Әмир Ишбирҙиндың уҙған быуаттың икенсе яртыһында районыбыҙ данын республика масштабына сығарған кеүек, яңы быуын шахматсыларын әҙерләүгә, уларҙы республика масштабына сығарырға һәм еңеүҙәренә өлгәшеүгә тос өлөш индерер, тигән ышаныста ҡалабыҙ…

Икенсе оло быуын шахматсыһы Миңнетдин Яҡуповты ла  маҡтап телгә алабыҙ. Ул бынан 15 – 20 йылдар самаһы элек район турнирҙарында һәр ваҡыт ҡатнаша торғайны. Шуныһы ҡыуаныслы – был “тәнәфестәрҙән” һуң ул  быйылғы ойошторолған турнирҙарҙың һәр береһендә лә  әүҙем ҡатнашып  килә. Уға ла бит хәҙер 87 йәш!

– Өйҙә компьютер менән күнекмәләр үткәрәм, –  тип  беҙҙе хайран итте Миңнетдин ағай, шуғалыр ҙа  уйын кимәле  уның насар булманы – 10 мөмкинлектән 6 мәрәй йыйыҙы.

Әмир ағай Ишбирҙинды  яҡшы уйынсы булараҡ үрҙә телгә алып үткәйнем. Ул һаман да районыбыҙҙа шахмат спортын үҫтереүгә өлөшөн индерә килә – йыл да үҙе исеменә район турнирҙарын үткәрә. Ауырыу сәбәпле был турнирҙа ҡатнаша алманы, шулай ҙа телефон аша ярышта ҡатнашыусыларға сәләмен ебәрҙе, уйындарында уңыштар теләне.

Хәҙер турнир таблицаһына иғтибарығыҙҙы йүнәлтәм. Иң күп мәрәй йыйған Иҫәнғол шахматисы Айнур Ғүмәров менән Абзан уйынсыһы Барис Мәһәҙиев тәүге урындарҙы бүлештеләр – улар 8,5-шәр мәрәй йыйҙылар. Өсөнсө  урынға Шәкир Хәсәнов сыҡты.

Еңеүселәргә район хакимиәтенең кубоктары һәм Маҡтау грамоталары тапшырылды. Уйынсыларға ял иткән ваҡыттарында сәй эсеү ойошторолдо һәм музей экспонаттары менән танышыу өсөн мөмкинселек бирелде.

Турнирҙы юғары кимәлдә ойоштороуға булышлыҡ иткәне өсөн уйынсыларҙың барыһы ла район спорт комитетының әйҙәүсе белгесе Рәил Исламовҡа  рәхмәт һүҙҙәрен әйтеп, киләһе турнирҙарҙа осрашҡанға тиклем тип, һаубуллаштылар.

Миҙхәт Аҫылбаев, музей директоры. Һүрәттә  (алғы планда һулдан уңға)  Күгәрсен районы шахматсыһы Радмир Яҡупов менән  Төйлөгән районы вәкиле Басир Шаһивәлеев. Автор фотоһы.

Поделиться:

Полезные ссылки